Рәсәй президенты яҡташыбыҙҙы дәүләт наградаһы менән бүләкләне.
Рәсәй президенты яҡташыбыҙҙы дәүләт наградаһы менән бүләкләне. Хәрби дирижер, Рәсәй Федерацияһының Милли гвардияһы ғәскәрҙәре өлгөлө оркестры начальнигы, полковник Азат Шахмөхәмәтов Владимир Путин Указы менән дәүләт наградаһы — «Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Быйыл Азат Ғәли улы етәкселегендәне данлыҡлы коллектив 55 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Рәсәйҙең Милли гвардияһы ғәскәрҙәре өлгөлө оркестры – профессиональ хәрби-ижади коллектив һәм илебеҙҙең төп хәрби оркестрҙарының береһе. Азат Шахмөхәмәтов беҙҙең яҡташ, Салауат районында тыуып үҫкән. Башҡорт опера һәм балет театрында эшләгән, әле лә хеҙмәттәшлек итә. «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә эйә.