🇷🇺 Башҡортостанда МХО ветераны үҙ эшен асыуға дәүләт ярҙамы алды
🇷🇺 Башҡортостанда МХО ветераны үҙ эшен асыуға дәүләт ярҙамы алды Дүртөйлө районынан Илдар Ялаев Махсус хәрби операциянан ҡайтҡас, үҙенең автосервисын асырға ҡарар итә. Техника менән эшләү тәжрибәһе уға шәхси эшҡыуарлыҡ башларға этәргес бирә. Муниципаль «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ул дәүләт ярҙамы саралары тураһында белешә. Кадрҙар үҙәге белгестәре ярҙамында бизнес-план әҙерләп, комиссия алдында уңышлы сығыш яһай. АСПК программаһы буйынса алынған дәүләт ярҙамы автосервисҡа заманса ҡорамалдар һатып алырға һәм хеҙмәттәр төрөн киңәйтергә мөмкинлек бирә. 🔧