👑 Мәскәүҙә «Кескәй Башҡортостан ҡыҙы – 2026» бәйгеһе үтте
👑 Мәскәүҙә «Кескәй Башҡортостан ҡыҙы – 2026» бәйгеһе үтте Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған Бөтә Рәсәй матурлыҡ һәм таланттар бәйгеһе тәүге тапҡыр ойошторолдо. Сараның төп маҡсаты — Мәскәүҙә йәшәгән балалар араһында башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм милли йолаларыбыҙҙы популярлаштырыу. Бәйгенең финалына биш ҡыҙ сыҡты. Дарина Зәйнуллина еңеүсе тажын яуланы. Бәйге барышында ҡыҙҙар башҡорт бейеүе һәм актерлыҡ оҫталығы буйынса дәрестәрҙә ҡатнашты, башҡорт йырҙарына дефиле күрһәтте.
346 просмотров