ҺАҒЫНҒАНДА
ҺАҒЫНҒАНДА Күгәрсендәр төшкән пәрҙәләрҙе, Әсәй тағы тәҙрәләргә эл дә! (Өй эстәре ҡапыл яҡтырғанды Тойоп алыр сәскә атыр гөл дә.) Мине көт һин. Тик алып элә күр Теге пәрҙәләрҙе һандыҡтан; Икәү генә, әсәй, серләшербеҙ, Гөрләп сәй эсербеҙ танһыҡтан. Һин иҫләрһең, әсәй, йәшлегеңде, Мин- сәсеңдең иркә бөҙрәләрен... Яңы тулған ай яҡтыртып торор Беҙҙең өйҙөң зәңгәр тәҙрәләрен. Гөлназ Ҡотоева
1 153 просмотров