🦣 Өфөгә мамонт балаһы килде!
🦣 Өфөгә мамонт балаһы килде! Башҡортостан Республикаһының Милли музейында үҙенсәлекле экспонат — 40 мең йылдан ашыу элек йәшәгән мамонт балаһы Любаның мумияһы күрһәтелә! Уны 2007 йылда Ямал тундраһында болан көтөүсе Юрий Худи таба һәм ҡатынының исеме менән атай. Мәңгелек туңлыҡ шарттарында мамонт балаһының кәүҙәһе бик яҡшы һаҡланған. 🔎 Күргәҙмәлә шулай уҡ мамонттың йөнөн һәм тиреһен, шаман кейеменең түш биҙәүесен, ғилми тикшеренеү материалдарын һәм башҡа ҡыҙыҡлы экспонаттарҙы күрергә мөмкин.
1 324 просмотров