«Һеҙ һораған йыр» — 25 мая 2026 г. в 03:00:01.151
«Һеҙ һораған йыр» Каналыбыҙға яҙылыусы Гөлнар һораған йырҙы тәҡдим итәбеҙ. Ғүмер үтә тимә Х. Мөхәммәдиева һүҙҙәре, З. Шакирова көйө. 1. Ғүмер үтә тимә, Бер ҙә башың эймә, Һөйөүҙәрем ҡалды, тимә һин. Беҙ әле лә бергә, Беҙ әле лә матур, Тик ҡайғылар ғына килмәһен. 2. Япраҡтарҙың шауы, Үткән ғүмер шаңы, Гөлдәр сәскә ата яҙҙарын. Беҙҙең хистәр ҙә бит, Гел яңырып тора, Онотмайыҡ йәшлек йылдарын. 3. Ғүмер үтә тимә, Бер ҙә башың эймә, Осрашыуҙар менән йәмләйек. Бер-беребеҙгә һаман, Һөйөү бүләк итеп, Наҙҙар бүләк итеп йәшәйек.