Кешеләргә һоҡланам — 25 мая 2026 г. в 02:30:01.747
Кешеләргә һоҡланам Мин яратам кешеләрҙең Алсаҡ, ябай, ихласын. Улар йәшәй бар донъяға Йомарт йәйеп ҡоласын. Ҡушымта. Эй һоҡланам кешеләргә Өйрәнәм бирһен түҙем. Кемдер һоҡланырлыҡ итеп Йәшәй аламмы үҙем? Яратам сабыр, тынысты, Ышаныслы булалар. Тормош юлын зарланмайса, Ғорур атлап уҙалар. Ҡушымта. Эй һоҡланам кешеләргә Өйрәнәм бирһен түҙем. Кемдер һоҡланырлыҡ итеп Йәшәй аламмы үҙем? Уңғандарҙы хөрмәт итәм, Хәләл тапҡан малдары. Донъялары,гөл-баҡсаһы Ризыҡ тулы малдары. Ҡушымта. Эй һоҡланам кешеләргә Өйрәнәм бирһен түҙем. Кемдер һоҡланырлыҡ итеп Йәшәй аламмы үҙем? Көслө хисле күңелдәрҙе Бигерәк тә үҙ итәм. Улар менән йәшәү йәмле, Илһамлы һәр бер иртәм. Ҡушымта. Эй һоҡланам кешеләргә Өйрәнәм бирһен түҙем. Кемдер һоҡланырлыҡ итеп Йәшәй аламмы үҙем?