Һеҙ һораған йырҙар! — 22 апреля 2026 г. в 03:11:55.249
Һеҙ һораған йырҙар! Силәбенән Зимфира апай ошо йырҙы һорап яҙған ине, һүҙҙәрен һәм видеоһын бирәбеҙ. Тибрәлә йыр күңелдә Яҙын сыйырсыҡтар ҡайтып, ояһын ҡорһа, Баҡсаларҙа алмағастар шау сәскә атһа, Ҡояш көлөп, ай йылмайһа илем күгендә, Тирбәлә йыр тулҡындары минең күң(е)лемдә. Зәңгәр күктә аҡ юл һалып самолет оса, Бәхетле йылмайып әсә балаһын ҡоса, Дуҫтар гөрләшеп ултырһа табын түрендә Тирбәлә йыр тулҡындары минең күң(е)лемдә. Шаулаһа иген ҡырҙары бөртөккә тулып, Саҡырһа йыраҡ офоҡтар яңы юл булып. Үҫеп сыҡһа ҙур бер ҡала тыуған еремдә Тибрәлә йыр тулҡындары минең күңелдә.