БӨРЙӘН ЕГЕТТӘРЕ — 22 марта 2026 г. в 04:00:01.778
БӨРЙӘН ЕГЕТТӘРЕ Йәнғәле Вәхитов көйө Уран Кинйәбулатов шиғыры Ғашиҡтарҙың иле бит ул Уның Бөрйәне, тиҙәр шул, эх кенә! Ҡыҙҙар беҙгә ғишыҡ тотһа, Минең бер йәнем, тиҙәр шул, эх кенә! Зәңгәр күкте байҡап оса Урал тау бөркөттәре. Бер ҡарауҙа ғашиҡ итә Бөрйәндең егеттәре! Беҙҙең Бөрйән — ҡуйы урман, Ағас һайын һандуғас шул, эх кенә! Бер йырламай күңел булмай, / Ҡош түгел, үҙең һайрарһың, / Күңел тулы йыр булғас шул, эх кенә! Зәңгәр күкте байҡап оса Урал тау бөркөттәре (лә). Ҡара кашлы, ҡара күҙле Бөрйәндең егеттәре! Бөрйән тауы гел аҫыл таш, Аҙым һайын хазина шул, эх кенә! Салауат күпере аша Килегеҙ, дуҫтар, беҙгә шул, эх кенә! Зәңгәр күкте байҡап оса Урал тау бөркөттәре (лә). Аҡ теләкле, ут йөрәкле / Ут йөрәкле, үтә дәртле / Бөрйәндең егеттәре!