МАТУР ӨФӨ ҠАЛАҺЫ — 12 марта 2026 г. в 05:00:03.335
МАТУР ӨФӨ ҠАЛАҺЫ Сара Садыҡова көйө Нәби Дәүли һүҙҙәре Өфө ҡалаһы ни өсөн матур? Беләм, дуҫҡайым, беләм серҙәрен: Мин һинең менән йөрөйөм урамда, Миңә йылмая һинең күҙҙәрең. Ҡараһаң миңә, Йылмайһаң миңә, Һин дә бик матур, Өфө лә матур, Бик матур донъя! Тауҙан-тауҙарға ҡояш күсенә, Һиңә лә миңә балҡый шикелле. Салауат батыр ҡорос атында Һине дә мине һаҡлай шикелле. Ҡараһаң миңә, Йылмайһаң миңә, Һин дә бик матур, Өфе лә матур, Бик матур донъя! Ниндәй ҡалалар ерҙә күрмәнем, Булманы минең ҡайҙа йөргәнем. Өфө тиһәләр, һине һағынам, Өфө тиһәләр, яна йөрәгем. Ҡараһаң миңә, Йылмайһаң миңә, Һин дә бик матур, Өфе лә матур, Бик матур донъя!