Беҙ яратҡан йырҙар — 11 марта 2026 г. в 05:00:01.559
Беҙ яратҡан йырҙар Йәшлек баҡсаһы 1.Һандуғастың сихри моңо унда, Алмағастар алһыу алмалы. Ҡайтам әле йәшлек баҡсаһына Түҙер хәлем инде ҡалманы. Ҡушымта: Йәшлек баҡсаһының иң түрендә Йәшлек йөрөй һымаҡ аҙашып. Әгәр тапһам шунда йәшлегемде Йәшәр инем, һөйөп, яратып. 2.Сәскәләрҙең баллы еҫен тоям, Йөрөй инем наҙҙан иҫереп. Йәшлек үткән серле эҙҙәр буйлап Иң ҡәҙерле хистәр кисереп. 3.Сейәләрен йыйып устарыма Йәшлегемә бүләк итермен. Ҡайтам тиһә ҡабат яндарыма Тик ни генә унан көтөрмөн. #ЗинираРамазанова #Яшьлекбакчасы