"Беҙ яратҡан йырҙар" — 10 марта 2026 г. в 05:00:03.983
"Беҙ яратҡан йырҙар" Мин яратам һине, тормош! Күҙем асһам, донъям көлә, Һаулыҡ булһа, етә барыһы ла Мәңге тынмаҫ йөрәгем бар, Рухландырып тора алға. Атай-әсәй, ғәзиздәрем, Хәйер, доға ҡала теләп. Һөйгән йәрем, балаларым, Улар миңә ныҡлы терәк. Шатлыҡ бүлер дуҫтар янда, Дуҫ- иш менән йәшәү еңел. Һәр миҙгелдән тәм- йәм табып, Эй, һөйөнә минең күңел. Эшләйем икән, эшем уңа, Йәнгә яҡ яҡын етмеш һөнәр. Бәхет көтһөн тыуар таңда, Имен булһын илдәр, көндәр. Мин яратам һине, тормош, Мин бит һиңә ғашиҡ күптән. Һыйпаһаң да, һынаһаң да , Юҡтыр һиңә, юҡтыр үпкәм. Мин яратам һине, тормош, Мин бит һиңә күптән ғашиҡ. Шөкөр итеп йәшәйем ерҙә, Йәшәү дәртем тора ташып.