Гөлкәйҙең әсәһе балаларҙы уятманы: «Йоҡоһо туйғансы йоҡлап, сәй эсеп ҡайта ул кеше өләс... — 22 июля 2026 г. в 14:34:16.600
Гөлкәйҙең әсәһе балаларҙы уятманы: «Йоҡоһо туйғансы йоҡлап, сәй эсеп ҡайта ул кеше өләсәйҙән, – тип кенә ҡуйҙы. – Барығыҙ, ана, үҙегеҙҙең бүлмәгеҙгә инеп, әҙерәк серем итеп алығыҙ, ныҡ иртә бит әле. Мин барыбер йоҡлай алмай яфаланам, һыйырығыҙҙы ла үҙем ҡыуырмын көтөүгә». Гөлкәй менән Сабир эске бүлмәгә үтте. Өс йыл ошонда йәшәне улар. Сабир был ауылдыҡы булмағас, ҡайҙа барһындар. Кеше әҙерәк һөйләп алды ла, тынды, гел бер һүҙҙе ҡуйыртырлыҡ түгел, донъя үҙгәреп тора. Гөлкәй башын иренең беләгенә һалды. Икеһе лә йоҡларға тип күҙ йомдолар. Әммә ҡайҙа инде ул йоҡо! Сабир ни уйлағандыр, Гөлкәй ҡабат йәшлегенә барып ураны. Уҡырға тағы бармай ҡалды. Таһир армияға алынды. Гөлкәйгә: «Көт мине, зинһар, көт кенә, беҙҙән дә бәхетле кеше булмаҫ», – тип китте. Ә Гөлкәй көтмәне. Ураҡ бөтөп килгән мәл ине. Колхозға ауыл хужалығы институты студенттары ярҙамға килде. Әлеге лә баяғы, Динә йөрәкһеп килеп инде лә: «Әйҙә, клубҡа, студенттар танса ойоштора», – тип, алып китте. Ысынлап та, егермеләп егет, өс-дүрт ҡыҙ килгәйне, – агрономлыҡҡа, инженер-механиклыҡҡа уҡыйҙар икән. Бына пластинка уйнай башланы. Вальс. Гөлкәй вальсты бик тә ярата. Тик ошо тиклем егеттәр барҙа Динә менән өйөрөлөп булмай ҙа инде. Шулай уйлап та өлгөрмәне, бер егет килеп уны уртаға саҡырҙы. Гөлкәй, әҙерәк тулҡынланыуы баҫылғас, егеткә күҙ һалды: буйһыу, бөҙрә сәсле. Төҫкә артыҡ матурҙан түгел, һөймәлекле, тиҙәр ундайҙарҙы. Шул саҡ уның ҡарашы егеттең ҡарашы менән осрашты. Ғәжәп күҙҙәр! Ҡуңыр йөҙҙө асылтып торған зәңгәр күҙҙәр. – Таныш булайыҡ, минең исемем Сабир. – Ә мин Гөлкәй. – Шулайҙыр, мотлаҡ гөлө барҙыр, йә Гөлсибәр, йә Гөлдәрҙер тип уйлағайным. Артабан дуҫлашып киттеләр. Гөлкәйҙең атаһы үлгәнгә биш йыл ине инде. Малға бесәнде әсәһе менән икәүләп әҙерләйҙәр, туғандары ҡул араһына инеп етмәгән әле. Сабир быны белеп ҡалып, бер көн иртүк өйгә килгән. «Кисә комбайнды Теүәш баҫыуына ҡыуғанда, бер сабынлыҡ күрҙем, ҡурпыһы шәп үҫкән, әйҙәгеҙ, шуны барып сабабыҙ», – ти. Әсәһе аҙап китте хатта. «Колхоз сабыны ул», – тигән булды. Сабир ул яҡты алдан хәстәрләгән икән, бригадирҙан рөхсәт һораған. Өсәүләп барып, байтаҡ бакуй һелтәп килделәр. Өс йөк бесәне сыҡты. Һатам тип ауыҙланған һыйыры һатылмағас, әсәһенә хәҙер Сабирҙан да һәйбәт егет юҡ инде. Әллә ҡасан һорашып белеп бөткән: «Өләсәй ҡулында үҫкән икән. Әйтәм, бигерәк итәғәтле. Бәләкәйҙән бесән сапҡан, ҡарсыҡты аҡтан өҙмәйем, тигәндер инде. Ата-әсәһе уҡытыусы булған, районға барғанда машина менән аварияға эләккәндәр. Бигерәк йәшләй әрәм булғандар инде...» – тип һөйләп-һөйләп ала. Күп тә үтмәй, Сабир иптәш егете менөн Гөлкәйҙәр колхозына практикаға килде. Орлоҡ әҙерләүҙә бергә эшләнеләр. Агитбригада ойошторҙолар. Әйткәндәй, Сабир ҙа гармунсы булып сыҡты, концерттарҙа уйнап, бөтә ауылдың һушын алды. Шунан студенттар тағы уҡырға, дәүләт имтихандары бирергә ҡайтып китте. Сабир колхозға агроном булып килмәксе. Гөлкәй университеттың филология факультетына ситтән тороп уҡырға инде. Күп тә үтмәй, Сабир агроном булып эшләй башланы. Сабир Гөлкәйгә дуҫтарса иғтибарлы, яғымлы. Ҡайһы саҡта, күҙҙәре осрашҡанда ғына, ҡыҙ ниҙер һиҙенә. Ул күҙҙәрҙең зәңгәр төпкөлөндә тылсым ята кеүек. Туҡта, нисек аңлаштылар һуң әле улар? Йылдан ашыу яратыу тураһында һүҙ булманы. Көн дә тиерлек эш араһында осрашып торҙолар, кистәрен клубта бергә булдылар. Башта уларға ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар ине, йә, нимә менән бөтөр һеҙҙең ара, йәнәһе. Тора-бара күнектеләр. Күрәһең, тиңдәштәрҙең ғәҙәти дуҫлығы тип таптылар. Сабир ҙа шулай уйлаймы икән? ...Сәсеү бөткән, бесәнгә төшмәгән бер ара ине, Динә, ул хәҙер ҡалала, отпускыға ҡайтып төштө. Бер кисте ул, йәштәрҙе йыйып, күңел асып алырға уйланы. Гөлкәй өҫтәл әҙерләште. Ҡунаҡтар йыйылды. Уйын-көлкө, йыр-бейеү тигәндәй... Кәйефле генә ултырғанда, гармун тартып берәү килеп инде. Уның һалдат кейемендә икәнен шәйләү менән Гөлкәйҙең күңеле һиҫкәнде. Таһир?! Ул да булмай, Динә: «Таһир, һабаҡташ!», – тип әйҙүкләп ҡунаҡты түргә саҡырҙы. Таһир, ысынлап та – ул. Мыҡтыланып киткән. Формаһы килешә үҙенә. Былай ҙа һылыу кешегә ни.

