әле», – тисе был. Нимә тиергә белмәнем, уңарсы ул усымды астырып, асҡысымды ала һалды. ... — 22 июля 2026 г. в 14:34:16.310
әле», – тисе был. Нимә тиергә белмәнем, уңарсы ул усымды астырып, асҡысымды ала һалды. Нүжәли минең әхирәттең ҡыҙы шулайтып йөрөй икән, тип, ҡапҡа төбөндә торған ҡыҙҙың эргәһенә барып текләп ҡараным. Әхирәт, нимә һикереп торҙоң, ана, ултырғысың ауа, тот, ултыр. Гөлкәй түгел ине ул, тыныслан. Беҙҙең ауылдыҡы түгел, ҡунаҡ ҡыҙ икән. – Шунан? – Шул. Иртән һыйыр һауам тип ҡайтһам, тегеләр икәүләп минең карауатта йән белмәй йоҡлап яталарсы. Быяланы зыңҡылдатҡансы туҡылдатҡайным, һикерешеп тороп кейенә башланылар. Теге ҡыҙ шым ғына сығып китте, Таһирҙы ебәрмәнем, тороп тор, мин әйтәм, һөйләшәһе һүҙ бар. Оятһыҙ, тим, нишләп ҡыҙ баланы улай хур итеп йөрөйһөң. Ишшү, етмәһә, минең өйөмдә. «Еңгә, юҡҡа туҙынаһың, – ти был, иҫе лә китмәй, – үҙең күрҙең бит, мин уны һөйрәкләп килтермәнем. Ә ниңә, йәшлектең бер кисен бер сибәр менән уҙғарғанмын икән...» Биллаһи, бына шулай тине. Гөлкәйгә бысраҡ һыу һиптеләрме ни. Ул, ытырғанып, бөтә тәне менән ҡалтырай башланы. Кис тә һыуытып ебәрҙе, ахыры. Бына әсәһе лә ишекте япты, хәбәрҙәре тынды. Нишләргә? Шым ғына эскә инеп ятты. Таң атҡансы керпек тә ҡаҡманы. Төрлө уй борсоно, әрнеүле хистәр йөҙәтте уны. Хыянатмы был, улай тиһәң, улар бер-береһенә вәғәҙә бирешмәгән. Боҙоҡлоҡмо? Бәлки, Таһир теге ҡыҙҙы яраталыр? Ә уны, Гөлкәйҙе, яратмаймы? Шулай ауыр икән ул тәүге хистәреңдән ваз кисеүҙәре! Хатта һөйөүеңә үҙең мөкиббән ышанып етмәһәң дә, ауыр. Аңлатып бирерлек тә түгел быны. Мин-минлектең ҡыйырһыныуымы, йәшлек хыялынан яҙырға теләмәүме? Нимәлер инде... Таһир, ҡыҙ ул хаҡта һорамаһа ла, төпсөнмәһә лә, аңлатырға уҡталды: – Аңла һин мине, Гөлкәй. Һиңә ҡарата мин бит шундай уйҙа булманым. Ҡосаҡларға, үбергә лә ҡыймауымды үҙең беләһең. Ә ул... Ул үҙе шулай еңел холоҡло... – Гөлкәй өндәшмәгәс, ул тағы ҡабынып китә. – Ә, белгең килһә, егеттәрҙең береһе лә ситкә ебәрмәй ундай осраҡты. Аңламаны уны Гөлкәй. Таһир нишләргә белмәй үрһәләнде. Әле бына иҫкә төшһә, йәл дә булып китә ул. Бер көндө ауылда ҡалған класташтары менән Ҡыҙҙар тауына барҙылар. Бесәндән һуң булыр, үлән тапап йөрөмәҫтәр ине. Шунда Таһир ҡайҙалыр юҡ булып торҙо ла, инәлеп-инәлеп Гөлкәйҙе аҡлан ситендәге пар ҡайын янына саҡырҙы. Гөлкәй теләр-теләмәҫ кенә барҙы. Ҡайындарға күҙ һалғас, саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. Уларҙың ап-аҡ тәненә бәке менән уйып «Гөлкәй», «Таһир» тип яҙылғайны. «Мәңгелеккә, ғүмерлеккә ошо ҡайындар кеүек пар булайыҡ», – тине Таһир. Гөлкәй ҡайындарҙың яраларына усын ҡуйҙы. Ҡайындар илай ине... Ҡыҙ ҙа күҙ йәштәрен тыя алманы. – Таһир, бөттө, бүтәнсә мөхәббәт хаҡында һөйләмә! Тик уйлама мин һине көнләшеп ташлай икән тип. Улай түгел. Ярата алмайым һинең кеүекте... Хыялымда бөтөнләй икенсе кеше йәшәй. Мин уны көтәм. Ана шунан һуң бит инде Таһир, Гөлкәйҙең бүтән егете бар икән, тип һөйләп сығарҙы. Тап шул ваҡытта теге йырҙы ҡайҙандыр отоп алып, йырлап йөрөнө: Тәҙрә төптәренән гөлөм, ай, юғалды, Әйтегеҙсе, дуҫтар, уны кем алды... Бөгөн килеп, шул йырҙы Гөлкәй ҡунаҡ алдында моңайып йырлап тора була инде, ә? Гөлкәй, әҙерәк үпкәләшеп алған саҡтарында Сабирҙың беренсе булып аҙым яһауына күнегеп, иренең яратҡанын белгән ҡатындарға хас булараҡ, үҙ һүҙләнеберәк, иркәрәк булып китһә лә, был юлы бөтә йөрәге менән аңланы: ике араға баҫманы үҙе һалырға тейеш. Тиҙ генә кейенеп, Сабирҙың пинжәген алып сыҡты ла күл буйына ыңғайланы. Ире һаман шунда ултыра ине. Таң атып килә ләһә, ана, Аҡ ҡая яғынан алһыу-һары нур эркелә. Гөлкәй һаҡ ҡына, килеп иренең иңенә пинжәген һалды. Ҡарт өйәңкеләрҙең япраҡтары тымыҡ ҡына таңғы елгә елберләп, көмөш устарын бер асып, бер йомоп алған кеүек тойола. Сабирҙың сикә сәстәрендә лә көмөш күренә. – Сабир, йәнем, әйҙә ҡайтайыҡ. Йырҙың йыртығы юҡ тигәндәй, йырланған инде. Ул сығарған йыр түгел. Әгәр ҙә шундай йырҙар сығарырлыҡ кеше булһа, бәлки... – Гөлкәй!.. Сабир, ҡатынын ҡосағына һыйындырҙы ла: «Әйҙә, балаларҙы алып ҡайтайыҡ», – тине.

