Кисен әхирәте Динә менән уйынға сыҡтылар. Йәштәр, йәй етһә, ауыл осона сыға торғайны. Н... — 22 июля 2026 г. в 14:34:15.957
Кисен әхирәте Динә менән уйынға сыҡтылар. Йәштәр, йәй етһә, ауыл осона сыға торғайны. Нимә тип клубта, тынсыуҙа саң туҙҙырырға? Әле студенттар ҡайтып өлгөрмәгән ваҡыт, унынсылар имтихан бирә. Уйындың төп хужалары улар – Гөлкәйҙәр. Бына уйын башланды. Таһир гармун тартып ебәрҙе. Парлап бейергә тотондолар. Арғы ос Гәрәй Гөлкәйҙе бейергә саҡырҙы, аяҡтары арыу ғына йәпләшеп китеүгә, көй туҡталды ла ҡуйҙы. Гәрәй менән Гөлкәй һерәйешеп уртала тороңҡоранылар ҙа, ситкә барып баҫтылар. Гөлкәй, ул йылды ҡапыл һонторайып үҫеп киткәнлектән, буйынан оялғандай итә ине. Шуға ла гел Гәрәй менән бейергә тырыша, сөнки егет унан ҡалҡыуыраҡ. Ә Таһир, юрамал әллә, инде улар уртаға төштөмө, гармунын тартмай ҙа ҡуя... Гөлкәйҙең егеттәр тип елкенеп бармаған күңеленә шунан һуң әллә ни булды. Һиҙеп ҡалған әхирәттәре уның йөрәген ҡуҙландырып ебәрҙе: «Таһирҙың һиңә күҙе төшкән!». Ҡыҫҡаһы, тоҡанды мөхәббәт. Унынсы класс төш кеүек кенә үтеп китте. Имтихандарҙы уңышлы ғына бирһә лә, Гөлкәй институтҡа барманы. Бер йыл эшләп, әҙерәк кейем-һалым йүнәтеп алырға булды. Таһир ҙа ауылда ҡалды: киләһе көҙгә – армияға. Кис һайын тигәндәй осраштылар. Йәш саҡта арыйһыңмы ни ул. Эштән һуң тамаҡ ялғап алаһың да, тағы беләгеңә көс, йөрәгеңә дәрт тулғанын тойоп, һөйгәнең янына ашығаһың. Һөйгәнең... Бының шулай икәнлегенә башта Гөлкәй шикләнмәне лә. Бөтә ҡыҙҙар ҡыҙыҡҡан егеттең йәре булыу үҙе ни тора! Тик барыбер ғүмерлеккә һуҙылманы был дуҫлыҡ. Нимәнән башланды һуң һыуыныу? Һыуыныу... Ниндәй йән өшөткөс, аяуһыҙ һүҙ. Эйе, нимәнән? Бәлки, Таһирҙың уға Гәрәй бүләк иткән сәскәләрҙе һындырып-һындырып ырғытҡанынан һуңдыр? Бәлки, егеттең өләсәһе ҡәҙерләп һаҡлаған бирнә таҫтамалын ауылда йыр-әкиәт, ҡул эштәре йыйып йөрөгән этнографтарға һатҡанын ишеткәндән бирлелер? Бирһен дә, ти, берәй музейҙа торор ине, ә өләсәһенең төҫөн ниңә аҡсаға алмаштырырға? Ҡарсыҡ бик һуҡранған, тиҙәр. Эйе, «бәлки»ҙәр күп инде. Күңел яйлап һыуына барҙы, ятһырай барҙы... Егетенең ҡылыҡтарына ҡыҙ икенсе күҙлектән ҡарай башланы. Бер кисте, шулай, ҡайтып баралар, Таһир, ғәҙәтенсә, ҡулын уның яурынына ҡуйып атлай. Тәмәке көйрәтә. Ҡасан ғына үҙен бәхетле күреп барыр ине әле, был юлы ғәрләнде лә китте Гөлкәй: «Ал ҡулыңды, һине нишләп мин йөкмәп килергә тейеш». Таһир ғәфү үтенһә, үтер ҙә китер ине. Юҡ, ҡулын кеҫәһенә тығып, эре генә атлап ҡайтты. Артабан да сәбәп өҫтөнә сәбәп өйөлдө лә торҙо. Гөлкәй киске уйынға һирәгерәк барҙы. Ул арала, Таһир ауылға килгән бер ҡунаҡ ҡыҙ менән йөрөй икән, тигән һүҙ таралды. – Ысынмы шул һүҙ, Таһир? – Гөлкәй, һиңә тиң ҡыҙ юҡ. – Тураһын әйт, ысынмы? – Һин бигерәк, Гөлкәй, әйтерһең, берәүҙең законлы ҡатыны, нимә даулашаһың? – Ысынмы, тим? – Ну, ысын, ысын! Күңелең булдымы инде?! Үҙең дә бит Гәрәйҙең сәскәләре өсөн күҙ йәше сығарып илап торҙоң. Бер һүҙ ҙә әйтмәй, ҡырт боролоп ҡайтты ла китте Гөлкәй. Солан ишеген шым ғына асып инде лә, төпкәрәк уҙып, кәрәк-яраҡ ҡуйылған ағас һикенең ситенә барып ултырҙы. Ҡыйын ине уға, бик ҡыйын ине. Шул саҡ өй ишеге асылды, әсәһенең тауышы ишетелде. – Уф, әҙерәк асайыҡ әле бынау ишекте, бигерәк тынсыу. Бөгөн икмәк һалғайным, әллә шуға... – Асып тор шул, һауа керһен. Әсәһенең әхирәте Мәғүҙә апай килгән икән, уның тауышы. Ирекһеҙҙән уларҙың хәбәре ҡолағына яғылды. – Бер ғибрәт һөйләйем тип килгәйнем әле һиңә. Ҡыҙың минең ҡәйнеш менән, Таһирҙы әйтәм, бик мөхәббәт тиҙәр, беләһеңме? Гөлкәй ултырған көйө ҡымшанмай ҡатып ҡалды, асыуы килде: мөхәббәт тә икән, ти, нимәһе ғибрәт һуң уның? Ә эстән урыҡ-һурыҡ һүҙ ишетелә. – Мин әйтмәһәм, кем әйтһен, ҡолағыңа киртеп ҡуй, тим. Йөрөтмә ҡыҙыңды уның менән, еләк кеүек бала, йә әрәм булып ҡуйыр... – Юҡты һөйләмә әле, үҙебеҙҙең урам малайы, бер класта уҡынылар. – Шулай ҙа ул, кешенең эсен ярып ҡарап булмай. Ярар, ул хәтлемен һөйләмәм тигәйнем, һөйләйем инде. Бер кис, өйөмдө бикләп, күршегә сығайым тип торһам, ҡапҡанан Таһир килеп инде. Ул шулай һирәкләп хәл белергә ингеләй. Ағаһы мәрхүм булһа ла, еңгә күргәс, рәхмәт инде уныһы... «Еңгә, бер ҡыҙ менән танышҡайным, әҙерәк һөйләшеп ултырырға ине, асҡыс ҡалдыр

