Ял көнөндə яҡындарыбыҙҙы ТӘМЛЕ ҠОЙМАҠ менән һыйлайыҡ əле. — 5 сентября 2026 г. в 05:06:47.839
Ял көнөндə яҡындарыбыҙҙы ТӘМЛЕ ҠОЙМАҠ менән һыйлайыҡ əле. 🔸 Кәрәк була: ✅бер литр һөт (1 стакан һөттө ситкә алып ҡуйып торайыҡ), ✅бер ҡалаҡ тоҙ, ✅ике- өс ҡалаҡ шәкәр ҡомо, ✅бер ҡалаҡ ҡоро сүпрә, ✅кәрәгенсә он. 🔸Барыһын бутайбыҙ.Ҡамыр ҡуйыраҡ булһын. Ярты сәғәткә йылы урынға ҡуябыҙ. Шунан ✅өс йомортҡа, ✅өс ҡалаҡ көнбағыш майы, ✅ҡалаҡ осонда сода, ✅алдан әҙерләп ҡуйған бер стакан һөттө ҡайнатып ҡушабыҙ, болғатып йәнә ҡабартырға ҡуябыҙ. 🔸10 - 15 минуттан бешерергә әҙер була. Ҡоймағығыҙҙы маҡтап- маҡтап ауыҙ итерҙәр.🌺 Уңырмы икән, тип борсолорға түгел.🤲🤲🤲 Фəйрүзə апай🌺

