Ситлек ҡошо
Ситлек ҡошо Хикəйə. Завод мөрйәһенән сыҡҡан төтөн кеүек ҡуйы ҡара болоттар эңер төҫөн тағын да нығыраҡ ҡуйыртып үҙ хакимлығына ерҙе ҡосто. Шомло ҡараңғылыҡ... Танау япраҡтарын ҡытыҡларлыҡ дымлы һыуыҡ быу ҙа ер өҫтөнә ҡабаланып төшөп йәйелә һалды. Өҫтөнә еңелсә куртка элгән берәү төнгө лагерь тыныслығын һаҡлап бар территорияны ҡыҙыра. Был — Айсыуаҡ . Ул бөгөн төнгө пост һаҡсыһы. Ул эшләгән, дөрөҫөрәге уҡыу буйынса үткән хеҙмәт практикаһы урыны — һауыҡтырыу һәм ял лагеры. Тәбиғәте һоҡланғыс был ерҙәрҙең, йәмле Торналы күле генә лә ни тора! Тик төнгө күл матурлығы бөгөн бөтөнләй күҙгә эленмәй,аяҙ айлы төндә өҫкө йөҙө бар күк йөҙөн сағылтҡан көҙгө - күл бөгөн ҡурғаштай болоттар ҡамауында ҡалған. Һауала бары тик көн һыуығына ҡарамай көндөҙ һыу инеп ял иткән кешеләрҙең һаман ҡайтышмай күңел асып, ара - тирә ҡысҡырышҡан, йырлашҡан йә көлөшкән тауыштары ғына ишетелә. Машиналар геүләүе, фар яҡтыһы, һүнмәгән усаҡ осҡондарының күккә осоп сыртлап һүнеүе төн ҡараңғылығына йән өҫтәгәндәй. Осраҡлы ғына, йә боҙоҡлоҡтарына барып йыш ҡына төркөмө менән йәштәр лагерь биләмәһенә килеп бимазалай. Лагерь үкәүелендәге утты күреп, әллә белмәй, әллә белһәләр ҙә магазин тип уйлап һыра йә тәмәке һорап эҙләнеп килеүселәр байтаҡ. Эскән, ярһыу, ҡайһы саҡ бөтөнләй самаһыҙ агрессив кешеләр менән йөҙгә -йөҙ осрашырға тура килә вожатый- һаҡсыларға. Тәүге осорҙа үҙҙәре лә балалыҡтан яңы сыҡҡан студенттарҙы баҫып алған ҡурҡыу хәҙер юҡҡа сыҡты, өйрәнделәр. Айсыуаҡ күҙенә төйөлгән йоҡоно нисек тә ҡыуырға тырышып эргә -тирәһен ялп -йолп ҡарап күҙ уңынан үткәреп йөрөп алды. Ваҡыт та ҡарышҡандай яй үтә . Кеҫәһенән телефонын сығарып интернет киңлеген айҡап сыҡҡан булды, ҡолаҡсынын кейеп йыр ҙа тыңлап ҡараны тик ваҡыт бәйләп ҡуйылғандай һис ыратып алға шылманы. Өсөнсө заезд өсөн һауа торошо бигерәк отошһоҙ булды. Тәүге ике саҡырылышта балалар күлдә һыу инеп ҡыҙынып уйнап кинәнһәләр, был балалар тик корпус эсендә генә уйнарға мәжбүр. Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар, иртәле -кисле төшкән ҡаты ҡырау һыуығы ла шыҡырайтып эскә — бинаға ҡыуа. Хәйерсегә ел дә ҡаршы тиҙәр бит, ысындыр күрәһең. Яҙмыш тарафынан ҡаты һыналған балаларҙан ғына торған был заездға тәбиғәт тә ҡырыҫлығын күрһәтә. Балалар йорто тәрбиәләнеүселәре, ҡарауға алынған, үкһеҙ етемдәр генә шул был заезда. Ҡарап тороуға шул уҡ балалар һымаҡ ул улар, тик ҡылыҡтары ҡайһы саҡ үҙҙәрен айырып ҡарарға мәжбүр итә. Ваҡыты- ваҡыты менән бер урынға текләп тын ҡалған егет - ҡыҙҙарҙы ҡуҙғатып уйнатып, уятып алыуы ла ауырыраҡ. Һәр һүҙҙе үлсәп, күңелдәрен яраламай ғына яйын -йүнен табырға тырыша вожатыйҙар. Өҫтәл ризыҡтан һығылып , ураған һайын ашатып торһалар ҙа, кеҫәләренә икмәк һалып сыҡҡандар, бүлмәһенә ризыҡ ташып яҫтыҡ аҫтын тултырғандар байтаҡ. Бер кәрәге теймәҫен белеп тә эйәһеҙ ятҡан нәмәне тиҙерәк йәшереү яйын күрә берәүҙәре. Вожатыйҙар тамаҡ ялғағансы ғына ике бала ике һум аҡса өсөн йөҙ йыртышып һуғышҡандар бер көн. Аҡсаның инәүе бармы инде, минеке ти ҙә ҡуя һәр икеһе. Айсыуаҡ ошо малайҙарҙың икеһен дә яраштырыр өсөн кеҫәһенән тинлектәр сығарып таратты. Директор әйтмешләй, "особый" балалар улар. Лагерь тормошо оҡшаһа ла тәрбиәселәрҙең нервы ныҡлығын һынарға яратҡан ут кеүек малайҙар ҙа бар. Уҙған йыл заезд аҙағында корпустан сығып ҡасып, автостоп менән туғандары йәшәгән ауылға ҡасып киткән малайҙар быйыл да этлек уйламай тип бер кем гарантия бирә алмай. Шуға ла үтә оло яуаплылыҡ төнгө пост һаҡсыһы иңендә. Айсыуаҡ аңлай, йоҡламай намыҫ менән таң яҡтыһынаса уяулыҡ һаҡлай. Корпус коридорында ара -тирә бәҙрәф ишегенең сыйнап асылып ябылыуы, тыҡ- тыҡ килеп тәрбиәсе апайҙың бүлмәләр буйлап тикшереп йөрөүе төнгө һауала яңғырап әллә ҡайҙа йөрөп ятҡан Айсыуаҡ ҡолағына сағылып ҡуя. Август төнө һалҡын, һелкендереп тәнен һыуыҡһыта ла башланы. Ихласлап үҙенең был тирәгә һаҡсы икәнен белгертеп Айсыуаҡ ҡысҡырып тороп ике - өс рәт бышҡырып ҡуйҙы. Әллә ошо бышҡырыу ҡанын шәбәйттеме, йылы йүгергәндәй буйҙы тәне буйлап. Төнгө өс.