тип, иҙерәп, йәнһеҙ йоҡлаған балаһын ҡуйынына ҡыҫа биреп, сана төбөнә ятты. Тәүге тапҡы...
тип, иҙерәп, йәнһеҙ йоҡлаған балаһын ҡуйынына ҡыҫа биреп, сана төбөнә ятты. Тәүге тапҡыр түгел бит, элек тә ошолай ҡайтҡаны бар. Ана, юл күрһәтеп торған һалдаттар кеүек, электр бағаналары теҙелеп киткән. Шуларҙан күҙ яҙлыҡтырмағанда. Күп тә үтмәне, буран күҙ асҡыһыҙ дауылға әйләнде. Киҫкен һауа тулҡындары ажарланып, ҡарҙы саң-туҙан урынына уйнатып, һауаға сойорғотто, соҡор, уйпат урындарға илтеп тултырҙы, сананы әйләндереп ташларҙай булып ҡыланды. Бына ул ысын ялан бураны! "Йә, Раббым! Үҙеңдән – ярҙам! Балаҡайҙарым хаҡына имен-аман ғына ҡайтып етергә яҙһын", – тип ялбарҙы Сөйөмбикә. Ҡуйынындағы йылы йомғаҡты күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫты. Бер аҙ барғас, толопто ҡалҡыта биреп, юл ситендәге бағаналарҙы эҙләне. Әммә улар күренмәй ине: аҡ ғәрәсәт йоттомо ни, сымдары геүләй, үҙҙәре юҡ. Юлһыҙ ерҙән барған ат аҙымдарын һиҙелерлек аҡрынайтты. Бер-ике тапҡыр туҡталып, башын сайҡай-сайҡай ушылдап, тын алып торҙо. Башта Сөйөмбикә Турыны ҡыуып ашыҡтырманы. Ә инде уныһы өсөнсөгә туҡтап, был юлы оҙаҡ ҡына ҡуҙғалмағас, түҙмәне: – На, Турыҡай! Әйҙә, малҡай, әйҙә, йәнем, – тип инәлә биреп, дилбегә ҡаҡты. – Тиҙерәк алып ҡайтып еткерә күр, аҡыллым. Ҡарт алаша, сбруй ҡайыштарын шығырлатып, йылдам ғына ҡуҙғалып китеүгә ҡарамаҫтан, оҙаҡ бара алманы, йәнә туҡталып ҡалды. Ҡорһағына етеп ятҡан тығыҙ ҡарҙы йырып йөҙөп барыуы еңел түгел уға. Ат тигәс тә. Сөйөмбикәнең йөрәген өшөтөп, күңеленә беренсе шом йүгерҙе: Турыҡай арып ҡуймағайы. Ошо ҡурҡыныс уйҙан ул һикереп тора һалды. Тәүҙә атына инәлеп-ялбарып өндәште, аҙаҡ, бар асыуына дилбегә осо менән һуҡҡыслап ҡараны, әммә хәлдән тайған мал ҡуҙғалырға теләмәне лә. Артына боролоп, кисер, хужабикәм, атлар әмәл ҡалманы тигәндәй, тик торҙо ла ҡуйҙы. Юғалып ҡалып, төшөңкөлөккә бирелә башлаған ҡатын күҙ йәштәренә ирек бирҙе – сеңләп илап ебәрҙе. Ошо мәл, уның аяныслы хәлен аңлағандай, Туры кинәт ырғылып, алға һикерҙе. Унан тағы, тағы. Абайламай ултырған Сөйөмбикә сананан саҡ осоп ҡалманы, ярай әле, терәккә тотоноп өлгөрҙө. Шулай ҙа, ҡар менән яртылаш күмелгән ауыр сананы һөйрәп, ат ыратып китә алманы, тағы шып туҡтаны. Сөйөмбикәнең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте: үҙе, ярай, нисек тә итер, бына сабыйы. Ҡатын, ҡулы менән битен ышыҡлап, алға ҡараны. Һырынтыға сумған атының һырты ғына күренә. Ул, ахыры, абайламай, яҙғыһын йылға үҙәненән сығып йыуған йырынға килеп тарыған. Яҙмышына буйһонғандай, ул хәҙер тыпырсынмай ҙа, алға ынтылырға ла тырышмай. Әле өмөтөн өҙмәгән Сөйөмбикә, бар ихтыяр көсөн туплап, сананан төштө, бата-сума ҡар кисеп барып, теҙгенгә йәбеште, атының муйынынан ҡосаҡлап һыҡтаны, уны алға әйҙәп ҡараны. Турыҡай ҡаҡшаған ҡеүәтен йыйып, алға ырғылмаҡсы итте лә, хәле мөшкөлләнеүҙән ҡабырғаһына ауа башланы. Ауған ыңғайға ҡамыт ҡапталы муйынын бөрөп алыуҙан һығылып, хырылдарға тотондо. Бындай осраҡта ни эшләргә белгән Сөйөмбикә, һәрмәнеп, тамаҡбауҙың осон эҙләп тапты, уны сисеп ебәрҙе. Хәлһеҙләнгән ат иркенләп тын алды. Ҡото алынған ҡатын, быуындары бушап, сана терәгенә ултырҙы. Атын ҡотҡарҙы ла ул. – Әйҙә инде, Турыҡайым, аҡыллым, һәләк итә күрмә беҙҙе. Бар өмөт һиндә генә! – тип сеңләне ҡото алынған ҡатын. Күҙ йәштәренә быуыла-быуыла тамаҡ бауҙы яңынан тартып бәйләп ҡуйҙы. – Әйҙә, күп тә ҡалмағандыр инде ҡайтып етеүгә. Ат урынынан ҡуҙғалманы. Ниндәй хәлгә тарыуын әле килеп асыҡ аңлаған Сөйөмбикәнең йөрәге ярыла яҙҙы. Шулай уҡ бөтәһе лә бөттөмө икән уның өсөн? Ошо ҡәһәрле йырын эсенә килеп үлер өсөн йәшәнеме ул? Балаҡайҙарын-ғәзиздәрен йәшәй ҙә башламаҫ элек етем итер өсөн таптымы? Ниндәй гонаһтарым өсөн ебәрҙең был язаңды, уф, Аллам! Сөйөмбикә ҡулдарын ауыҙына ҡуйып ҡысҡырып ҡараны, әммә тәнде генә түгел, йәнде өшөткөс үкереү уның мөсһөҙ тауышын шунда уҡ йотоп та ҡуйҙы. Үҙ тауышы үҙенә өҙөк-йыртыҡ ишетелеп ҡалған һымаҡ булды. Алышыныр сиккә еткән ҡатын күпме генә ҡолаҡ һалып ултырһа ла, дауыл геүләүенән башҡа ауаз ишетә алманы. Ахыры, өмөмтһөҙлөктән тамам ҡаушап сикһеҙлеккә бирелеүҙән, сабырһыҙланып шыңшый башлаған сабыйы янына йомарланды.