икән әҙәмде. Бер туйҙа ҡоҙасалары йығылып ятып үпкәләй-үпкәләй ҡыҫтағастары, уларҙың һү...
икән әҙәмде. Бер туйҙа ҡоҙасалары йығылып ятып үпкәләй-үпкәләй ҡыҫтағастары, уларҙың һүҙен йыҡмайым тип, иблескә әүерелдерер аҫтыртын эсемлекте Сөйөмбикә лә үҙ ғүмерендә тәү тапҡыр татып ҡараны. Эсте лә, ут ише көмөшкә шунда уҡ тын юлын бөрөп, тамағын ҡурып алыуҙан сәсәп үлә яҙҙы. Шунан һуң уны эсеү түгел, тотоп та ҡарамай. Ныҡ биҙҙе. Бер уртлам һаҫыҡ көмөшкә хаҡына йәнен бирергә риза ир заттарына ҡарап хайран ҡалып аптырай: ни йәмен, ни тәмен табаларҙыр шул шайтан һыуының? Ә балалар өлөшөнә инеп, шул сәрхүштәрҙең һуңғы тиненә ҡәҙәр һыпырып алып ултырған "кәпәстәр" ни уйлайҙыр? Нисек намыҫтары етеп, кеше күҙенә ҡарайҙарҙыр? ...Хужа менән хужабикә ҡунаҡтарын яҡты сырай, йылы һүҙ менән ҡаршы алды, аяғөҫтө тороп һыйланы. Уйын-көлкөһө лә, һый-хөрмәте лә мул ине. Бер аҙға ғына булһа ла ығы-зығылы донъя мәшәҡәттәренән арынып, күңел асып ултырҙылар. Сөйөмбикәнең борсолоп икеләнеүҙәре юш килде: ауыҙына араҡы тейгән Сәмиғулланың теле көрмәлеп, һөйләгәндәре торған һайын мәғәнәһеҙерәк була барҙы. Эт тә ашамаҫлыҡ һүҙҙәр йышыраҡ ишетелде. Ире өсөн йөҙө ҡыҙарып ултырған Сөйөмбикә түҙмәне: – Ҡәйнәм, Сәмиғҡа әйт әле, ныҡлап иҫереп китмәҫ элек ҡайтайыҡ инде, – тип ялбарғандай итте. Шыбырлап тигәндәй әйтелгән һүҙҙәрҙе ҡолаҡ сите менән ишетеп ҡалған Сәмиғулла янъял ҡуптарҙы. – Көт, хәҙер алып ҡайтырмын! – Ул ултырған еренән һауыт-һаба шалтыратып, өҫтәлгә һуҡты. – Кәк мин ағайыма килһәм, тиҙерәк апҡайтыу яғын ҡайыраһың! Үҙеңә етмәгән, әсәйҙе ҡотортоп ултыраһың. – Һуң, Сәмиғ, Алаҡай беренсегә быҙауларға ҡалды, буран да көсәйергә... – Бар, үҙең ҡайт, инәңде... – Сәмиғулла енләнеп китте. – Минең туғандар һинең өсөн кеше түгел, үҙ туғаның ғына туған! Ғүмерең буйы минең ағай-энене яратманың! – Ҡуй, улым, юҡты һөйләмә, – Нәҡиә сикһеҙ ярһып киткән улын тынысландырырға маташып ҡараны. – Килен, шөкөр, һәйбәт. Уға һүҙ тейҙерәһе булма. Ә ағаһы менән ҡәйенеңгәһе әйткәнде Сәмиғулла ишетергә лә теләмәне. – Һәйбәт булғас, ана бара юлы! – Ул сәбәләнеп, ҡулын һелтәне. – Уйнашы көтәлер, шәт! – тип, нахаҡ ғәйеп тағып, бар асыуына ҡысҡырына башланы. – Сәмиғ, ни һөйләйһең, яҙыҡтан ҡурҡ! – Бындайҙы көтмәгән Сөйөмбикә, асырғанып, ике усы менән битен ҡапланы ла, ситке өйгә йүгереп сығып китте. Мәжлестең йәме ҡасты. – Эй, Хоҙайым, бер ҡунаҡта кеше һымаҡ ултырырға насип булырмы икән? – тип һыҡтаны Сөйөмбикә. – Ҡайнаға, егеп бир атты. Малайҙар ҡалыр, ҡыҙым менән мин ҡайтайыҡ. Үпкәләмә, риза булып ҡал. Хөрмәтең өсөн рәхмәт. – Бар, бар! Суҡынып кит, миңә тиһә. Һин тиҫкәрене берәү ҙә еңә алмаҫ. Артыңды бирһәң, бирерһең, һүҙеңде бирмәҫһең, – тамам тилергән "бүгәй" торған һайын оятһыҙлана барҙы. Инде шөйлә көсәйергә өлгөргән ел сымдарҙы бәүелдереп, бағана баштарында геүләй, кәртә-ҡура араһында нимәнелер шаҡылдатып уйнай, мөрйә эсенә инеп олоп сығырға ла ваҡытын таба. Күптән түгел генә салт аяҙ торған күк йөҙөндә, бер-береһен уҙырға тырышып, хәтәр дауыл хәбәрселәре – шыйыҡ, ялбыр болоттар ҡайҙалыр ашыға. Уларына ҡаршы, төнгө донъяны үҙ ҡарамағына алыуҙан ҡәнәғәт ҡалған, тулы ай йөҙә. "Төн ҡараңғы түгел, нисек тә ҡайтып етермен әле. – Һалҡындан тынысланырға өлгөргән Сөйөмбикәнең, ер юлдашына ҡарап, эсенә йылы йүгерҙе, атты ҡабаландыра төштө. – Эт урынына таланып ултырғансы. Иртәнгегә элекке хәленә ҡайта торған әле..." Ауыл осона сығыуға, ҡаршы ел бермә-бер көсәйҙе. Бая килгәндә тап-таҡыр булып ятҡан юлды, урыны-урыны менән һырынты һалып, ҡар ҡаплай ҙа башлаған. Күп тә бармай, юл бөтөнләй юғалды: әйтерһең, ул бөтөнләй булмаған, ҡар менән һыланып тигеҙләнеп бөткән. Туры ат ҡаты ерҙе тояҡтары менән генә тойоп бара. Хәлһеҙләнеп, арып ҡуймаһа, һиҙгер хайуан юлдан яҙлыҡмаҫ та ул, ел ыңғайына башы һуҡҡан яҡҡа сығып китмәҫ. Ошоно яҡшы белгән Сөйөмбикә тыныс ҡына йоҡомһорап килә. Толобоноң яғаһын ҡайыра, ынтыла биреп алға ҡарамаҡсы итә, сикәләрен кинәт өтөп алған әсе елдән, күҙҙәренә һибелгән ҡарлы боҙ бөртөксәләренән ҡасып, толоп эсенә йәһәт кенә кире боҫорға мәжбүр була. Шулай ыжғыр бит ул ялан еле. Сөйөмбикә атты үҙ яйына ҡуйҙы. "Ялҡау ат та ҡайтыу яғына етеҙ була",