Духа намаҙы
Духа намаҙы ✔️Духа – икенсе сауаплы нәфел намаҙы. «Әд-Духа» – көндөң беренсе өлөшө, йәғни иртән тигәнде аңлата. Уның уҡылыу ваҡыты – ҡояш сыҡҡандан алып бер нисә минут үткәс (45 минутта тиҙәр), һәм өйлә намаҙына бер ни тиклем ваҡыт ҡалғансыға ҡәҙәр (20 - 30 минут ҡалғансы). ✔️Духа ла иртәнге намаҙ кеүек үк ҡылына, ике, дүрт, алты һәм унан да күберәк рәҡәғәт уҡыла. Пәйғәмбәребеҙ духаны ике, дүрт, ҡайһы саҡ һигеҙ рәҡәғәт тә уҡығаны билдәле, һәр ике рәҡәғәттән һуң сәләм биреп. ✔️Духа намаҙын уҡыған өсөн 100 сауап яҙыла, шуның 75 яҡшылығы – был донъяла, 25 ниғмәте ахирәттә биреләсәк. Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, духа намаҙы уҡыған мосолмандың гонаһтары диңгеҙ күбеге хәтлем күп булһа ла, ғәфү ителә икән. Ожмахта духа намаҙын уҡыусылар өсөн «Духа» тип аталған ҡапҡа ла бар. Ул ҡапҡанан йәннәткә духа намаҙын күп уҡыусылар инәсәк.