Тәһәжжүд намаҙын нисек уҡырға?
Тәһәжжүд намаҙын нисек уҡырға? ✔️Был намаҙҙы йәстүнән һуң йоҡлап алғас, иртәнге намаҙға тиклем уҡырға була. Уны төндөң һуңғы сәғәттәрендә уҡыу яҡшыраҡ. ✔️Иң тәүҙә ниәтеңде дөрөҫләү зарур. Иң мөһим ниәт – Аллаһты бөйөкләү һәм гонаһтарың өсөн тәүбә итеү. ✔️Унан һуң нисә рәкәғәт уҡыуыбыҙҙы ниәтләргә кәрәк. Тәһәжжүд намаҙы парлап (ике рәкәғәтләп) уҡыла. Уҡыу тәртибе фарыз намаҙҙарҙы уҡыған кеүек үк. Дөйөм алғанда, рәкәғәттәр һаны икәү, дүртәү, алтау йә һигеҙ булырға мөмкин. Мәҫәлән, һигеҙ рәкәғәт тәһәжжүд намаҙы уҡырға булдығыҙ икән ти. Ул сағында парлап (ике рәкәғәтләп) дүрт тапҡыр намаҙ уҡырға кәрәк була. Ике рәкәғәт уҡыған һайын намаҙҙы сәләм менән тамамлайбыҙ. Унан һуң киләһе парлы рәкәғәтте уҡырға торабыҙ. ✔️Билдәле булыуынса, Аллаһ Рәсүле صلى الله عليه وسلم тәһәжжүд намаҙы ваҡытында ун өс рәкәғәт уҡыған. Уның сөннәтенә ебәрһәгеҙ, бик яҡшы. Әммә һеҙҙең өсөн был ауыр икән, күпме хәлегеҙҙән килә шунса уҡығыҙ. ✔️Тәһәжжүд намаҙын витр намаҙы менән тамамлап ҡуйығыҙ. Әгәр ҙә витр намаҙын йәстүнән һуң уҡып өлгөргән булһағыҙ, тәһәжжүдтән һуң ул уҡылмай. ✔️Тәһәжжүд намаҙын уҡып бөткәс, ихлас йөрәктән доға ҡылырға мөмкин. Аллаһтан нимә теләйһегеҙ, шуны һорағыҙ. Тик теләктәрегеҙ изге булһын. Доғаны сәждәгә киткән ваҡытта ла ҡылырға була. Һәр хәлдә лә, Раббыбыҙҙан гонаһтарҙы ғәфү итеүен, Әхирәттә еңеллек биреүен һорарға онотмағыҙ. Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең صلى الله عليه وسلم киләһе хәҙисе билдәле: “Төндөң һуңғы өсөнсө яртыһы еткәс, Аллаһ Тәғәлә күктең һуңғы ҡатына төшә лә: “Мин яуап бирһен өсөн, кем Миңә доға менән мөрәжәғәт итер? Кем, теләген үтәһен тип, Минән ниҙер һорар? Ғәфү итһен тип, кем Минән ғәфү итеүемде үтенер?” – тип әйтә.