Тәһәжжүт намаҙы тураһында Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә
Тәһәжжүт намаҙы тураһында Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә ✔️Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең صلى الله عليه وسلم ҡатыны Ғәйшә رضي الله عنها хәҙистәрҙең береһендә былай тигән: “Төнгө намаҙҙы ҡалдырмағыҙ. Аллаһ Рәсүле бер ҡасан да тәхәджүд намаҙын ҡалдырманы. Ауырып китһә, йә хәле булмаһа, ултырып булһа ла уҡый торған ине”. ✔️Аллаһ Рәсүленең ошондай һүҙҙәре билдәле: “Нәфел намаҙҙарының иң яҡшыһы – төнөн һуң ғына уҡыла торған тәһәжжүд намаҙы”. ✔️“Әл-Исра” сүрәһенең 79-сы аятында былай тиелә: “Нәфел намаҙҙары ваҡытында Ҡөрьән уҡып, төндөң бер өлөшөн йоҡламай үткәр. Бәлки, Раббың һине Маҡтаулы урынға күтәрер”. ✔️“Әс-сәждә” сүрәһенең 16-сы аятында иһә ошолай тиелгән: “Әхирәттә яза алыуынан ҡурҡып һәм Раббыһының мәрхәмәтенә өмөтләнеп, төнгө сәғәттәрен сәждәлә һәм намаҙҙа үткәргән кеше менән кафыр бер тигеҙ буламы ни?”