Ҡибла
Ҡибла ✔️Намаҙҙы ҡиблаға ҡарап уҡыу фарыз. Ҡибланың ҡайһы яҡта икәнен белә тороп намаҙҙы башҡа яҡҡа ҡарап уҡыу дөрөҫ булмай. ✔️Намаҙ уҡыған ваҡытта ҡибланың икенсе яҡтараҡ булыуы һиҙелһә, намаҙҙы боҙмайынса ғына шул яҡҡа табан боролорға кәрәк. ✔️Ҡурҡыныс янағанда юлда намаҙҙы атҡа атланған килеш уҡыу ҙа дөрөҫ, ул сағында ҡибла яғына ҡарау мөһим түгел. Юл ҡайһы яҡҡа барһа, шул яҡҡа ҡарап уҡыу дөрөҫ һанала. ✔️Урманда ҡибла ҡайһы яҡта икәнлеге билдәле булмаһа, яҡын тирәлә белеүсе кеше лә табылмаһа, көндөҙ ҡояш яҡтыһына ҡарап, төндә Тимер Ҡаҙыҡ йондоҙона йәки юлға, тауҙарға ҡарап, күңел менән самалап ҡибланы эҙләргә кәрәк.