Хәҙис-шәриф
Хәҙис-шәриф Әс-саләүатүл-хамсү -үәл-жүмғәтү иләл-жүмғәти кәффәәраатүн лимәә бәйнәһүннә мәжтүнибәтил кәбәә ир. Мәғәнәһе: «Ҙур гонаһтарҙан һаҡланғанда биш ваҡыт намаҙ һәм йома намаҙы икенсе йомаға ҡәҙәр араларында булған кескенә гонаһтарҙың ғәфү ителеүенә сәбәпсе булалыр». 1. Намаҙ ул – Аллаһы Тәғәләгә билдәле рәүештә күңел һәм тән ғибәҙәте ҡылыу 2. Барлыҡ мөьминдәргә һәр тәүлектә биш ваҡыт намаҙ (иртәнге, өйлә, икенде, ахшам, йәстү) уҡыу фарыз 3. Һәр бер мосолманға йәстү намаҙынан һуң витр намаҙын уҡыу вәжиб 4. Йома көндө өйлә намаҙы урынына йома намаҙы уҡыу фарыз 5. Ураҙа менән Ҡорбан байрамдарында ғәйет намаҙҙарын уҡыу вәжиб. 6. Рамаҙан айында йәстү намаҙынан һуң витр намаҙына ҡәҙәр тәрәүих намаҙын уҡыу сөннәт. Башҡа нәфел (өҫтәмә) намаҙҙар мөстәхәб. 7. Мәйет өсөн йыназа намаҙын уҡыу – фарыз кифая. Ә нимә һуң ул фарыз кифая – аранан бер йәки бер нисә кеше үтәгән осраҡта, башҡа кешеләр үтәмәһә лә ярай торған фарыз.