Доға ҡасан ҡабул була🤲?
Доға ҡасан ҡабул була🤲? Әгәр ҙә ҡәрҙәшең өсөн: «Йә, Раббым, уның ауырлыҡтарын еңеләйт, һаулыҡ, бәрәкәт бир, туғандары менән мөнәсәбәтен яҡшырт»,- тип ихлас күңелдән доға ҡылаһың икән, шул ваҡытта Аллаһ фәрештәләре: «Һиңә лә шулай уҡ, һиңә лә шулай уҡ!»- тип доға ҡыла. Шуға, әйҙәгеҙ, доғаларыбыҙҙа ауыр хәлдә ҡалған ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам һорайыҡ. Беҙ уларға ярҙам итһәк, Аллаһы Тәғәлә беҙгә лә ярҙам итер. Пәйғәмбәребеҙҙең с. ғ с. шундай һүҙҙәре лә бар: «Аллаһ Тәғәлә һиңә, һин ҡәрҙәшеңә ярҙам иткән саҡлы, ярҙам итер». Йәғни, күпме һин яҡшылыҡ эшләйһең, шул хәтле һиңә кире әйләнеп ҡайтыр.