📚Пәйғәмбәребеҙ ﷺ атаған иң яҡшылар иҫәбендәге кешеләр
📚Пәйғәмбәребеҙ ﷺ атаған иң яҡшылар иҫәбендәге кешеләр 1. Ғаиләһенә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булғандар. Ғәйшә رضي الله عنها еткерелә: "Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: "Һеҙҙең арала иң яҡшылары шул, кем ғаиләһенә иң яҡшы мөнәсәбәттә. Мин һеҙҙең арала ғаиләмә ҡарата иң яҡшыһы". Тирмизи. Әбү Һөрәйрәнән رضي الله عنه еткерелә: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: "Камил иманлы булыр шул, кем яҡшы холоҡ менән айырыла, ә һеҙҙең арала иң яҡшыһы шул, кем ҡатынына ҡарата иң яҡшы мөнәсәбәттә". Ибн Хиббән, Тирмизи. 2. Кемдәр беренсе сәләм бирә һәм кешеләр менән яраша. Әбү Әйүптән رضي الله عنه еткерелә: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: "Мосолман кешеһенә өс көндән дә артыҡ үҙенең ҡәрҙәше менән насар мөғәлләмәлә булыу (асыуланышып йөрөү) ярамай, осраҡлы күрешкән саҡта бер-береһен күрмәмешкә һалышыу тыйыла. Уларҙың иң яҡшыһы шул, кем беренсе булып үҙенең ҡәрҙәшенә сәләм бирә". Бухари, Тирмизи. 3. Кем кешеләр менән уртаҡ тел таба. Джабирҙан رضي الله عنه еткерелә: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: "Мөьмин (ысын мосолман) шул, кем башҡа кешеләр менән дуҫлаша, уртаҡ тел таба һәм уның менән дә дуҫлашалар, уртаҡ тел табалар. Кем кешеләр менән дуҫлашмай, уртаҡ тел тапмай, һәм ул кеше менән дә дуҫлашмайҙар, уртаҡ тел таба алмайҙар - ул кешелә изгелек юҡ. Иң яҡшы кеше шул, кем кешеләргә иң файҙалыһы". Табарани. 4. Яҡшы холоҡло һәм тәрбиәле булғандар. Ғабдуллаһ бин Әмр бин әль-Ғасананرضي الله عنه еткерелә: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: "Шикһеҙ, һеҙҙең арала иң яҡшылары шул, кемдәр иң саф әхлаҡ сифаттарына эйә". Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ һәр ваҡыт яҡшы холоҡ һәм уға эйә булыу әһәмиәте тураһында иҫкә алыр булған. Ул үҙенән һуң камил әхлаҡи ҡиммәттәр ҡалдырған һәм үҙенең яратҡан сәхәбәләренә лә өйрәткән. Нисек йоҡларға ятыуҙан һәм уяныуҙан башлап, хәлиф йә әмир булғанда үҙеңде нисек итеп тоторғаса ул беҙгә үрнәк һәм өлгө булып тора. Шуға ла Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөръәндә әйтә: "Шикһеҙ, Һин юғары, саф әхлаҡҡа эйә кеше". (Ҡәләм сүрәһе, 4 аят). 5. Ҡөрьәнде өйрәнгәндәр һәм уны кешегә өйрәткәндәр. Ислам динендә Ҡөрьән уҡыу иң ҙур ғибәҙәттәрҙең береһе тип һанала. Уны уҡыу, уның турала фекерләү, хатта уға ҡарау ҙур сауапҡа эйә. Ә уны уҡытҡан кеше, тағы ла күберәк сауарҡа ирешеүе мөмкин. Сөнки кем изгелеккә өндәй, ул шул изгелекте эшләгән сауабына ирешер. Ғосман бин Ғаффандан رضي الله عنه еткерелә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: "һеҙҙең арала иң яҡшылары шул, кем Ҡөрьәнде өйрәнә һәм уны икенселәргә өйрәтә". Йә, Раббым Аллаһ! Беҙҙе лә, үҙеңдең киң рәхмәтең менән гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа һәм иң яҡшылар иҫәбендә булырға насип ит. Әмин🤲.