Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ.
Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ. Ҡорбан ғәйете менән, дин ҡәрҙәштәрем. Ғәйет байрамында салған ҡорбандар, ҡылған доғаларыбыҙ, изге уй-ниәттәребеҙ ҡабул булһын! Раббыбыҙ беҙҙең белеп һәм белмәй ҡылған гонаһ-хаталарҙы ярлыҡаһын, ҡылған изге ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул итеп, әжер-сауаптарын насип итһен. Һәр беребеҙгә хәйерле, бәрәкәтле ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, иман байлығы, ике донъя бәхете, күңел тыныслығы бирһен ин шәә Аллаһ.
2 046 просмотров