⚡️Ҡөрьән хәтем
⚡️Ҡөрьән хәтем Ҡөрьән хәтем ҡылыр алдынан тәүҙә ике рәҡәғәт нәфел намаҙ уҡыйһың. Намаҙ ниәтләүе: «Раббым, үҙеңдең ризалығың өсөн Ҡөръән хәтем сығыу ниәте менән 2 рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡырға ниәт ҡылдым». Намаҙҙы тамамлағас, ошо доға уҡыла: «Аллаһым, үҙеңдең ризалығың өсөн группа менән ниәтләгән Ҡөрьән хәтемде ҡылырға ниәт ҡылдым. Йә, Раббым, ауырымайынса, дөрөҫ итеп, еңеллек менән еренә еткереп башҡарыуымды насип итһәң ине. Ҡөрьән хәтем ҡылғанда хаталар ебәрһәм, үҙең ғәфү итһәң ине. Үҙеңдең рәхмәтеңә ирешергә насип ит». Унан салауат әйтәбеҙ: «Әғүүҙү билләәһи минәш-шайтаанир-раджиим Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим Әлхәмдү лилләәһи раббил ғәәләмиин. Үәс-сәләәтү үәс-сәләмү ғәләә рәсүллиинәә Мөхәммәдин үә ғәләә әлиһи үә әсхәәбиһии әджмәғиин». Унан үҙегеҙгә бирелгән сүрәләрҙе уҡый башлайһығыҙ. Икенсе көнөнә дауам итер алдынан Әғүүҙү билләәһи минәш-шайтаанир-раджиим, бисмиллә әйтеп, тағы салауат уҡырға кәрәк.