«Бәхетле ир бәхетһеҙ ирҙән нимәһе менән айырыла?»
«Бәхетле ир бәхетһеҙ ирҙән нимәһе менән айырыла?» Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһиссәләм шундай һорау биргән. Берәүҙәре бәхетле ир бай була тиһә, икенселәре балаһы күп булған, өсөнсөләр тағы нимәлер тип яуап биргән. Рәсүлебеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм: «Бәхетле ирҙең ҡатыны яҡшы», – тип яуаплаған. Кешеләр ниндәй ҙур, көслө дәрәжәлә булһалар ҙа, һәр ваҡыт бәхеткә мохтаждар. Ә ир кешенең бәхете ҡатынынан уңыуға бәйләнгән.
1 997 просмотров