Аллаһтың беҙ үҙ ҡолдарын гонаһтар менән һынап ҡына тороуын беләбеҙ. Гонаһтарҙан ҡотолоу...
Аллаһтың беҙ үҙ ҡолдарын гонаһтар менән һынап ҡына тороуын беләбеҙ. Гонаһтарҙан ҡотолоу юлы тәүбә. Ауырыуҙар менән дә бәндәләрҙе һынай ҡына тора Ул. Ауырыуҙарҙан һауығыу юлы — дауалана һәм дауалай белеү. Бында бик ҙур хикмәт бар. Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән: Үҙ һөнәрендә оҫталығы һәм ғилеме етешмәгән көйө ауырыуҙарҙы дауалап йөрөгән кеше Ҡиәмәт көнөндә бының өсөн дә яуап бирәсәк”, — тигән. Сөнки улар ҙа ғәмәл дәфтәренә яҙылып бара. Шуның өсөн ғәмәл булған ерҙә, әлбиттә, имандың да ҡатнашы булырға тейеш. Иманлы кеше дарыуҙарҙан да, Ҡөрьән аяттарынан да ҡеүәт таба. Аяттарҙа ла бит әйтелә: ”Ҡөрьәндә Беҙ иманлы бәндәләребеҙ өсөн шифалы дауа һәм үҙебеҙҙең рәхмәтебеҙ булырҙай хикмәттәрҙе генә индерәбеҙ. Иманһыҙҙар өсөн улар, юғалтыуҙарҙы ғына арттыра”. ”Үҙ рәхмәтенән башҡа Аллаһтың Һиңә биргән бәрәкәттәре лә күптән күп”. “Әл-Исра”,”Төндәге күсереү” сүрәһе, 82,87-се аяттар.