АНОН. — 10 июня 2026 г. в 11:48:36.481
АНОН. Сәләм, ғәләмәттәр! Мин бала саҡта булған бер тетрәндергес хәлде яҙып китәйем. Беҙҙең ауылда улын яңғыҙы ғына тәрбиәләгән бер апай бар ине.Ул замандарҙа нишләптер атайһыҙ балалар күп кенә ине, һуғыштан һуңғы йылдарҙа ир-егеттәргә ҡытлыҡ булғанғамы, әллә башҡа сәбәптәнме - уныһы беҙгә ҡараңғы. Был апай ҙа 7-8 йәштәрҙәге улы менән олоғайып килгән ата-әсәһендә йәшәй ине. Күргән кеше кеүек һөйләү бик үк дөрөҫ тә булмаҫ, сөнки ул ваҡытта мин бик бәләкәй булғанмын, бәлки тыумағанмындыр ҙа... Берҙән-бер көн фермала һауынсы булып эшләп йөрөгән был апай йоҡоһонан тормай, ҡапыл ғына үлеп ҡуя. Мәйетте тәрбиәләп, оҙатырға әҙерләнгәс, улы: "Алып китмәгеҙ инәйемде, ул үлмәгән, тере бит ул!"- тип илап, ялбарһа ла өлкәндәр ышанмайҙар, баланың ҡайғынан шулай өҙгөләнеүенә һылтайҙар. Апайҙы ерләгәндең икенсе көнөндә һыйырҙар үкереп ошо ҡәберҙе сапсыуын күрәләр. Үҙ-ара: мәрткә киткән булған микән ней, тип һөйләшеүҙән ары китмәйҙәр. Ҡабаттан ҡаҙырға ҡурҡҡандарҙыр ҙа бәлки. Олатаһы менән өләсәһе ҡулында үҫеп, буй еткергән улы һөйләй торған булған: үлмәгән ине бит ул инәйем, ҡулын ҡыбырлатҡанын да күрҙем, әйтһәм дә миңә ышанманылар шул, тип. Бына шундай ҡыҙғаныс хәл.