«Ағиҙел»гә яҙылып ҡалығыҙ, дуҫтар, милләттәштәр! — 6 июня 2026 г. в 02:14:00.612
«Ағиҙел»гә яҙылып ҡалығыҙ, дуҫтар, милләттәштәр! Коллегабыҙ Инсаф яҙа: «Әлеге видеояҙмала Таһир исемле малайҙың тәүгә китап-журнал менән танышыуы. Был инде уҡылып-таушалып бөткән журнал, уны ҡулға тотҡан арала эләктереп тә ала малай. Бөтә ғаилә яратып уҡыған баҫманы йәне-тәне менән яҡын күрә, күрәһең, собханаллаһ!» Афарин! Китап-журналлы йортта үҫкән бала аҡыллы булыр, тормошта юғалып ҡалмаҫ! Әйткәндәй, 1– 10 июнь "Ағиҙел" журналына 2026 йылдың икенсе яртыһына арзан хаҡҡа яҙылырға мөмкин. Әле декада мәлендә «Ағиҙелгә» 150 һумға осһоҙораҡҡа яҙылып ҡалырға мөмкин. Ике ысул менән яҙылырға була: • Рәсәй Почтаһының бүлексәһендә; • Рәсәй почтаһы сайтында - онлайн. Бының өсөн «Подписка» бүлегендә гәзит йәки журналды һайларға кәрәк. Шулай уҡ баҫма һәм электрон версияны ла. Һәр ваҡыттағыса, яҙылыусылар араһында файҙалы һәм ҡиммәтле бүләктәр уйнатабыҙ. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡырмағыҙ!

