Минск ҡалаһында «Урал иле - илһам бишеге» күргәҙмәһе асылды — 19 июня 2026 г. в 11:00:43.174
Минск ҡалаһында «Урал иле - илһам бишеге» күргәҙмәһе асылды 18 июндә Минскиҙа Белорус әҙәбиәте тарихы музейында «Урал иле – илһам бишеге: Башҡортостандың әҙәби тауыштары» күсмә күргәҙмәһе асылды. Башҡортостан Милли әҙәби музейы әҙерләгән күргәҙмә башҡорт халҡының бай әҙәби мираҫына һәм Белоруссия менән Башҡортостан араһындағы күптәнге дуҫлыҡ бәйләнештәренә арналған.

