* * * — 9 июля 2026 г. в 19:20:09.158
* * * Төн дөм ҡара... Кемдер илай күктә... Тамып-тамып тора күҙ йәштәре... Ләкин ҡайнап торған Ер шарының Ул йәштәрҙә тамсы юҡ хәстәре. Йыуатып һүҙ әйткән булам эстән: Күҙ йәшеңде һөрткө килә, Күгем! Минең күтәрерлек хәлем юҡ шул, – Иңдәреңә төшкән ҡайғы йөгөн... ... Һәм тарихҡа күҙ ташлайым тағы, – Әйләнештә тора донъя шулай: Йәштәр тама күктән... Көмөш йәштәр... Ер йөҙөнә ҡарап, Кемдер илай... Салауат ӘБҮЗӘР

