Яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителде — 15 июля 2026 г. в 12:36:34.826
Яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителде Бөгөн Яҙыусылар союзы идараһының сираттағы ултырышы үтте. Яҙыусыларҙы ҡайтанан аттестация үткәреү буйынса һорауҙар ҡаралды. Ойошманың 15 ағзаһы, союз менән бәйләнештәрҙе өҙөү, ике йыл рәттән йыллыҡ взностарҙы түләмәү һәм әҙәби сараларҙа ҡатнашмау сәбәпле, Яҙыусылар союзы ағзаһы таныҡлығынан мәхрүм ителәсәк. Бынан тыш, әҙиптәрҙе Салауат Юлаев премияһына тәҡдим итеү һорауы ҡаралды. Йәшерен тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса Салауат Юлаев премияһына «Йәшлеккә ҡайтыу» йыйынтығы өсөн яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов тәҡдим ителде.

