Бөгөн яҙыусы Гөлфирә Мирзаян ҡыҙы Сәлимова 75 йәшлек юбилейын билдәләй — 24 июля 2026 г. в 18:07:31.436
Бөгөн яҙыусы Гөлфирә Мирзаян ҡыҙы Сәлимова 75 йәшлек юбилейын билдәләй Ҡәләмдәшебеҙҙе бөгөн журналыбыҙҙың баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, БР Яҙыусылар союзы урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Башҡортостандың халыҡ шағиры Марсель Сәлимов һәм билдәле шағир Рәмил Сурағол ҡотланы. Гөлфирә Мирзаян ҡыҙы һуңғы йылдарҙа ең һыҙғанып проза өлкәһендә ижад итә, әҙәбиәт һөйөүселәр уның уҡымлы, һутлы әҫәрҙәрен көтөп ала. Ошо көндәрҙә «Ағиҙел»дә яҙыусының «Разия» исемле повесы донъя күрҙе. Ҡәләмдәшебеҙ МХО батыры әсәһе лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улы яуҙа батырҙарса һәләк булды. Гөлфирә Мирзаян ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, оҙон ғүмер һәм яңынан-яңы ижади уңыштар теләйбеҙ!

