Муса Гәрәев исеме донъя картаһында урын аласаҡ — 23 июля 2026 г. в 11:08:03.758
Муса Гәрәев исеме донъя картаһында урын аласаҡ Архангель өлкәһенең "Новая земля" архипелагындағы исемһеҙ моронға ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемен биреү бер тауыштан хупланған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Архангель өлкәһе Депутаттар Йыйылышына мөрәжәғәт иткән. Был тәҡдим шулай уҡ төбәк һәм федераль кимәлдә хуплау тапҡан. Әлеге ваҡытта документтар әҙерләү дауам итә. Тиҙҙән «Гәрәев» исеме аҫтында донъя картаһында яңы нөктә барлыҡҡа киләсәк.

