Бензинға бәйле оператив мәғлүмәттәр — 22 июля 2026 г. в 11:52:40.581
Бензинға бәйле оператив мәғлүмәттәр Был хәл республикала береһен дә урап үтмәй. Кисә Йылайыр районында бөтөнләй яғыулыҡ ҡалмаған. Был хаҡта район башлығы Борис Мелкоедов хәбәр итте. Бөгөн иһә Өфөнән ике бензовоз ебәрелгән. Оператив мәғлүмәттәргә бағышланған брифингта Йылайырҙа АИ-92 һәм АИ-95 бензины барлығы хаҡында мәғлүмәт бирҙеләр. Юлдыбайҙа дизель яғыулығы ғына бар. Район башлығы алыҫ юлға сыҡҡанда бензинға бәйле хәл-торошто күҙ уңында тоторға ҡушты.

