ОЙРОПА* — 22 июля 2026 г. в 08:41:05.616
ОЙРОПА* Ауыҙ һыуын ҡоя берәү Шауырма ла суши тип, Уйларһың да ошоғаса Аш күрмәгән кеше тип. Чипсы-мипсы эҙләп алыу, Баҡа табыу хәстәре, Иҫке мода туҡмас түгел, Том-ям кәрәк кистәрен, Күмәс эсенә йөҙ ризыҡ Һалып сығыу ҡат-ҡатлап - Көрәк тишкән ауыҙ кәрәк: Яңағың ҡуйыр сатнап. Милли аҙыҡ, фи, иҫкелек, Уларҙы ят аш ота: Беҙ бит хәҙер әллә кемдәр, Беҙ бит хәҙер "ойропа". Яңыса туйыналар ҙа, Тик файҙаһы икеле: Һимерәләр, ябығалар, Гармун тартҡан шикелле *Ойропа - Европаның нимессә әйтелеше Гүзәл Ситдиҡова

