Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау буйынса эштәрҙе башҡарыу өсөн Проект документацияһына Дәү... — 21 июля 2026 г. в 08:41:25.204
Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау буйынса эштәрҙе башҡарыу өсөн Проект документацияһына Дәүләт тарихи-мәҙәни экспертиза акты Башҡортостан Республикаһының рәсми порталында йәмәғәтселеккә фекер алышыуға сығарылды. Экспертиза заказсыһы – Художество академияһы фонды. Тәҡдимдәр биреү ваҡыты – 2026 йылдың 17 июленән 2026 йылдың 27 июленә тиклем. Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев һәйкәле Ленинградта «Монументскульптура» заводында ҡойолған. Авторы – скульптор Сосланбәк Тавасиев. Ул Өфөнөң иң ҡалҡыу урынында (баш ҡаланың хәҙерге Киров районында) – Ағиҙел ярына ҡуйылған. Өфөнөң йөҙөк ҡашына әүерелгән монумент Рәсәйҙә иң ҙур атлы һәйкәл булып тора. Бейеклеге – 19,6 метр, ауырлығы – 40 тонна. Башинформ. Республикаһының рәсми порталында йәмәғәтселеккә фекер алышыуға сығарылды.

