Һөйөнсө, яңы китап! — 14 августа 2026 г. в 17:11:03.135
Һөйөнсө, яңы китап! «Китап» нәшриәтендә «Юлдаш» радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева-Йәғәфәрованың “Ҡусты алып ҡайтығыҙ” исемле балалар өсөн китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡта кескәйҙәр өсөн күңелле, дәртле шиғырҙар тупланған. Улар йырлап тора, бер аҙ юмор менән һуғарылған һәм шунда уҡ хәтерҙә ҡала. Һәр юлда — бала күңеленә яҡын фекер, уларҙың күҙлегенән бағып, донъяһын аңлау һәм балаларса ихласлыҡ ярылып ята.

