❤🙏Хис һағында булған мин сабыр ҙа, — 3 сентября 2026 г. в 03:01:10.139
❤🙏Хис һағында булған мин сабыр ҙа, Ил һағында булған һин батыр... Көҙҙөң тәүге хәбәрселәре — һары япраҡтарҙы ел бейеткәндә, йәй, үҙенең бөтмәҫ мәшәҡәттәре, сағыу тәьҫораттары менән артта ҡалғанда, һыуыҡ көндәргә, оҙон төндәргә инер алдынан һәммәгеҙҙе күңел түренән урғылып сыҡҡан хистәр ипкенендә йылынырға саҡырабыҙ! ✍Шиғырҙар: шағирә, яугир ҡатыны Айгөл Йәмилева 🎸Йырҙар: билдәле йырсы, "ҠошЮлы" республика гитарала уйнап йырлаусылар фестивале лауреаты Альбина Шәмсетдинова. 📍"Китап" магазины нәшриәте, Ленин урамы, 26. 📅4 сентябрь, 19-00 сәғәттә. Сарала башҡортса ла, русса ла шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраясаҡ. Йөрәк йылыһы менән һуғарылған кисәгә рәхим итегеҙ!

