Бөгөн әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевҡа 85 йәш — 1 сентября 2026 г. в 10:36:41.210
Бөгөн әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевҡа 85 йәш Хөрмәтле ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас күңелдән ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, артабан да яңы ижади уңыштар һәм илһам теләйбеҙ! Яңы көнөм (Ҡәҙим Аралбаев) Ғүмеремдең һәр бер яңы көнө — Яңы кисеү, яңы кисереш. Шул һынауҙар минән талап итә, Көтә Хәл ителеш, сиселеш. Ҡасан ғына ярһыу хыялдарым Күтәргәйне күккә бер талай, Ауҙым! Аҡыл әйтте: «Осор өсөн Ҡанат кәрәк, шуны бел, малай!..» Остом! Тормош, бына ҡосағыңда Ҡанаттарым йәйеп гиҙәмен. Хәүефтәрең булыр, Дауылдарың... Ҡанаттарым талыр, һиҙәмен. Шуғалыр ҙа Һәр бер яңы көнөм — Яңы кисеү, Яңы кисереш. Көндән-көн был тормош талап итә Яңы хәл ителеш, сиселеш... Артта инде уйһыҙ, тәжрибәһеҙ Кәртә ярып сыҡҡан тай саҡтар!.. Әммә тормош төйөндәрен сисеп, Иҫ-аҡылым китә ҡай саҡта... Әле ҡойон, әле ысыҡ ярам, Әле кисәм яңы даръялар. Бер офоғом — имен, һандуғаслы, тегеһендә — лаулап таң яна... Яңы көнөм — Яңы кисеүҙәрем, Ашҡынамын һеҙҙең ҡосаҡҡа. Ялҡын йотоп, ярға сығыу менән Атлыҡмамын йылы усаҡҡа. Бәхетлемен: әгәр өҫтәй алһам Ил йәменә бер нур, бәрәкәт; Юлатмаһам халҡым күңеленә Ситтән — әрнеү, яттан — йәрәхәт. Яңы таңдарыма талпынғанда Һынауҙарға тағы юлығам... Ҡорос та бит — кешеләргә оҡшап, Уттан һыуға инеп сыныға.

