Эштән һуң кис күҙем йомола яҙып Байназарҙың тарихтан дәрес әҙерләгәнен "һаҡлап" ултырам... — 8 сентября 2026 г. в 15:40:06.062
Эштән һуң кис күҙем йомола яҙып Байназарҙың тарихтан дәрес әҙерләгәнен "һаҡлап" ултырам. Быйыл 5 класс, дәрестәр тәүгә инә. Алдында өр-яңы дәреслек. Билдәле булыуынса, быйылдан бөтөн илдә уҡыусылар яңыртылған тарих дәреслектәре буйынса уҡый. Авторы - йыл һайын "Китап байрамы"на килеп йөрөгән Рәсәй яҙыусылар союзы рәйесе Владимир Мединский. Бына бер заман улым ҡыуанып ҡысҡырып ебәрҙе:"Әсәй, ҡара, бында Башкирия тиҙ яҙылған!" Ысынлап та, тәүтормош кешеләре тураһында тәүге дәрестә үк беҙҙең Шүлгәнташтағы һүрәттәр тураһында ла мәғлүмәт бирелгән, уларҙың 14 мең элек төшөрөлгәне әйтелгән. Үҙемдең 5 класта тарих дәресен иҫләп ҡарайым. Кешелек тарихы Африканан башлана тип уҡыныҡ микән, минең һаман шулай күҙ алдына киләсе. Икебеҙ ҙә уянып киттек Байназар менән, ҡыҙыҡһынып бөтөн параграфты уҡып бөттөк. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә тәүтормош кешеләре ҡалдырған эҙҙәр тураһында әйтелгән икән. Ҡыҫҡаһы, оҡшаны миңә был яңы дәреслек😊

