Бер ғүмер етмәй икән — 8 сентября 2026 г. в 10:35:47.596
Бер ғүмер етмәй икән Кисә Салауат Юлаев премияһына кандидаттар исемлеге билдәле булды. Дәғүәселәр иҫәбендә әҙиптәрҙең күп булыуын күреп һөйөндөк. Абруйлы премияға Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҡуйылған «Бер ғүмер етмәй икән» спектакле өсөн пьеса авторы Мөнир Ҡунафин, тамашаның режиссеры Рөстәм Хәкимов һәм проек авторы, спектаклдең креатив продюсеры Рәфис Мөхәмәтйәнов тәҡдим ителде. «Бер ғүмер етмәй икән» спектакле - Башҡортостанда МХО батырҙары хаҡындағы тәүге театр тамашаһы. Яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығын һүрәтләгән спектакль ысын мәғәнәһендә халыҡ һөйөүен яуланы һәм республиканың төрлө район-ҡалаларында ҡуйылды. Тамаша реаль ваҡиғаларға нигеҙләнә. Уны Мөнир Сәхиулла улы бер нисә тапҡыр махсус операция биләмәһендә булып ҡайтҡандан һуң яҙҙы. Тәжрибәле драматург булараҡ, режиссер, актерҙар, продюссер менән яу яланындағы ваҡиғаларҙы оҫта итеп тамашасыға еткерҙе һәм геройҙарҙың характерын тулыһынса асты.Шуға күрә, һис шикһеҙ, лайыҡлы кандидатуралар. Ә һеҙҙең фекерҙәрегеҙ нисек? Ҡаранығыҙмы был спектаклде? Уйландыра ла, илата ла, бөгөнгө ваҡиғаларға ҡарата күҙҙе лә аса, шулай бит. Фекерҙәрегеҙҙе комментарийға яҙығыҙ.

