#хәтирә — 8 сентября 2026 г. в 08:25:02.598
#хәтирә Зәйнәп апай Биишева сәғәттәр буйы мине лә телефонда тота торғайны бәйләнештә. Ғүмер буйы халҡын яратып , уны яҡлап янды. Уның талабы буйынса , яҙыусы халҡын уйларға, уны яҡларға тейеш ине. Уның үҫеүен теләп , ысын йөрәктән бөйөк әҫәрҙәр ижад итеп йәшәне. Минең дә аңыма, күңелемә байтаҡ нәмәләр һеңдерҙе. Бөтә әҫәрҙәрен дә тиерлек минең уҡып сығыуыма иреште, рәхмәт уға. Хисмәтулла Юлдашев

