Баш мөхәрриребеҙгә уңыштар теләйбеҙ! — 7 сентября 2026 г. в 12:30:19.215
Баш мөхәрриребеҙгә уңыштар теләйбеҙ! Бөгөн Салауат Юлаев премияһына кандидаттар исемлеге билдәле булды. Дәғүәселәр иҫәбендә әҙиптәрҙең күп булыуын күреп һөйөндөк. Абруйлы премияға Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҡуйылған «Бер ғүмер етмәй икән» спектакле өсөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, театр директоры Рәфис Мөхәмәтйәнов һәм тамашаның режиссеры Рөстәм Хәкимов тәҡдим ителде. «Бер ғүмер етмәй икән» спектакле - Башҡортостанда МХО батырҙары хаҡындағы тәүге тамаша. Яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығын һүрәтләгән спектакль ысын мәғәнәһендә халыҡ һөйөүен яуланы һәм республиканың төрлө район-ҡалаларында ҡуйылды. Тамаша авторҙың «Бер ғүмер етмәй икән» повесына нигеҙләнә. Уны Мөнир Сәхиулла улы бер нисә тапҡыр махсус операция биләмәһендә булып ҡайтҡандан һуң яҙҙы. Тәжрибәле драматург булараҡ яу яланындағы ваҡиғаларҙы оҫта итеп тамашасыға еткерҙе һәм геройҙарҙың характерын тулыһынса асты. Шуға күрә, һис шикһеҙ, лайыҡлы кандидатура. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!

