🌳 Йәшәгән еребеҙ күркәм булһын өсөн... — 9 июня 2026 г. в 12:55:51.373
🌳 Йәшәгән еребеҙ күркәм булһын өсөн... Хөрмәтле дуҫтар, үҙегеҙ йәшәгән ҡала йәки ауылды тағы ла төҙөгөрәк һәм матурыраҡ итеп күргегеҙ киләме? Был эшкә үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә мөһим кампанияның тамамланып килеүе хаҡында иҫкәртте: 💬 "Республиканың йөҙөн үҙгәртеү өсөн бер нисә генә көн ҡалды. 2027 йылда төҙөкләндерәсәк йәмәғәт биләмәләре өсөн тауыш биреү 12 июндә тамамлана. Иҫегеҙгә төшөрәм, ул "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" проекты буйынса уҙғарыла", — тип яҙа төбәк етәксеһе. 📌 Бер аҙ статистика: Быйыл республика муниципалитеттары 246 йәмәғәт биләмәһен тәҡдим итте, уларҙың 48-ен ябай халыҡ күрһәткән. Уларҙың 152-һе федераль финанслау аласаҡ. 2019 йылдан алып ошо программа ярҙамында республика буйынса 1000-гә яҡын объект тәртипкә килтерелгән. Быйыл 800 меңдән ашыу кеше үҙ тауышын биргән дә инде. Әгәр һеҙ өлгөрмәгәнһегеҙ икән, мотлаҡ ҡушылығыҙ: ✅ zagorodsreda.gosuslugi.ru ✅ Республика парктарында һәм башҡа йәмәғәт урындарында әүҙем эшләп йөрөгән ирекмәндәр (волонтерҙар) ярҙамында ла тауыш бирергә мөмкин.

