💥💥💥Йыл һайын 8 июндә республикала “Урал батыр” эпосы көнө билдәләнә. Башҡорт халҡы ө... — 8 июня 2026 г. в 13:24:21.731
💥💥💥Йыл һайын 8 июндә республикала “Урал батыр” эпосы көнө билдәләнә. Башҡорт халҡы өсөн был ябай дата түгел. Ысын мәғәнәһендә рухлы, яҡты, матур байрам. Ата-бабаларыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, сағыу ижадын һаҡлаған изге көн. “Урал батыр” эпосы көнө республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән былтыр булдырыла. Хөкүмәт кимәлендәге ҡарар милли ҡомартҡыбыҙға яңы статус өҫтәй. Әгәр элегерәк “Урал батыр” эпосы башлыса тарихсыларҙың, фольклорсыларҙың даирәһе киңлегендә “йәшәһә”, дәүләт статусы уны дөйөм милли идея кимәленә күтәрә. 📌Бөгөн Бөрйән районында “Урал батыр” һәм “Аҡбуҙат” эпостары персонажы - Аҡбуҙатка һәйкәл бар. 📌Учалы ҡалаһында Урал батырға һәйкәл асылды. Тап ошо көнгә бағышлап, мәғариф учреждениеларында төрлө тематик саралар ойошторола. 📌Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, “Урал батыр” эпосын популярлаштырыу, башҡорт халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу маҡсатында йыл һайын “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр конкурсын ойоштора. 📌Һуңғы ваҡытта “Урал батыр” эпосы китабына ихтыяж ҙур. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, мәҫәлән, башҡорт, урыҫ һәм инглиз телдәрендә баҫылған “Урал батыр” китабын бер нисә тапҡыр күп данала нәшер итеп тә өлгөрҙө. 📌Мәктәптәрҙә бөгөн әҫәрҙе фольклор ижады булараҡ ҡына түгел, ә тулы әҙәби һәм рухи ҡомартҡы булараҡ өйрәнәләр. 🔥🔥🔥Ә күптән түгел “Ай Йола” төркөмө башҡарыуында бөтә донъя чарттарына ингән “Һомай” композицияһы эпостың республика бренды булараҡ әһәмиәтен тағы арттырҙы. Телгә, мәҙәниәткә, рухи ҡиммәттәргә һөйөү өлгөһө булды ул. Һөҙөмтәлә, “Урал батыр” эпосы донъя кимәлендә танылыу алды. Бөгөн Рәсәйҙән ситтә йәшәгән миллионлаған кеше башҡорттарҙың изгелеккә һәм ҡыйыулыҡҡа өйрәтеүсе, заманса, матур һәм фәлсәфәүи эпосы барлығын белә.

