Афарин,Заһир! — 23 июня 2026 г. в 14:26:33.106
Афарин,Заһир! Атингән ауылы фельдшеры Заһир Ғәббәсов 2026 йылда шахбокс буйынса абруйлы Ҡара диңгеҙ кубогының көмөш миҙалын яуланы! Ул 100 килограмға тиклемге категорияла Башҡортостан Республикаһы исеменән лайыҡлы сығыш яһаны, юғары оҫталыҡ һәм сыҙамлыҡ кимәлен күрһәтте. Шахбокс бокс раундтарын һәм шахматтың тиҙ партияларын берләштергән уникаль спорт. Уңыш өсөн бында физик көс һәм техника ғына түгел, ә үткер аҡыл, хәлде тиҙ анализлау һәм баҫым аҫтында ҡарарҙар ҡабул итеү һәләте лә кәрәк. Был сифаттарҙы Заһир рингта ғына түгел, ә үҙенең медицина эшмәкәрлегендә лә уңышлы ҡуллана, кешеләргә көндәлек тормошта ярҙам итә. Беренсе урын өсөн финал алышында Ул Пермь крайынан тәжрибәле спортсы Сергей Беспалов менән осраша. Көрәш көсөргәнешле һәм тамашалы була, һәм Заһирға алтын миҙал ала алмаһа ла, уның сығышы иң юғары маҡтауҙарға лайыҡ. Хәҙер Заһир алдында яңы бурыстар тора — Санкт-Петербургта Рәсәй чемпионатында һәм Сербияла донъя чемпионатында ҡатнашыу. Уға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм халыҡ-ара аренала яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

